Иртәгә 28 октябрҙә Конгресс-холл сәхнәһендә "Ҡурай battle" тип аталған концерт тамашаһы үтәсәк.
Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, сараның ҡуйыусы режиссеры Альмира Әғзәм ҡыҙы СӘФӘРҒОЛОВА :” Был яңы тамаша төрө һәм ул тамашасының күңеленә хуш килер. Әлбиттә, йырсының йәки музыканттың оҫталығын баһалау ул икенсе нәмә, беҙҙең ундай маҡсат юҡ һәм булманы ла. Уйлап ҡараһаң, һәр концерт үҙенә күрә шулай уҡ ярыш бит ул. Йырсылар сәхнәгә сығып, үҙҙәренең һәләтен күрһәтә, бының өсөн ул үҙенең һәләтен даими үҫтерә, камиллаша. Шуға ла был тамашаны баттл тип атаныҡ. Театрлаштырылған концерт буласаҡ ул, музыкаль ринг формаһында барасаҡ”, ти.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, ҡурайҙа көйҙө традицион башҡарыу менән бер рәттән, заманса хиттар ҙа буласаҡ. Тамашасы быға тиклем ишетеп өйрәнмәгән композициялар ҙа көтөлә. Концертта үҙ эшенең оҫталары, юғары кимәлдәге профессиональ ҡурайсылар Рәсүл Ҡарабулатов, Ишморат Илбәков, Рушан Биктимеров, Илшат Ишморатов, Марсель Сәйетов, Илнур Хәйруллин, Марат Йәноҙаҡов, Илмир Ҡоҙабаев ҡатнаша.