Конкурста еңеүсегә - автомобиль

Конкурста еңеүсегә - автомобиль

Бер аҙнанан «Ирәндек моңдары» төбәк-ара йыр бәйгеһендә ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул  итеү тамамлана. Быйыл конкурс 21-22 августа Сибай ҡалаһында үтәсәк.

Конкурста 7-16 йәшлек балалар, 17-65 йәштәге үҙешмәкәр башҡарыусылар, 17-45 йәштәге профессиональ йырсылар ҡатнаша ала.

Балалар араһындағы конкурс 10 августа бер турҙа онлайн-форматта үтәсәк.

Үҙешмәкәр һәм профессиональ башҡарыусылар араһында конкурс ике турҙа була:

1 тур – 10-11 августа онлайн-форматта,

2 тур – 21 августа беренсе турҙы үткән ҡатнашыусылар араһында асыҡ форматта.

Конкурстың гала-концерты һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 22 августа Сибай ҡалаһының үҙәк майҙанында үтәсәк. Конкурста еңеүсегә автомобиль тапшырыласаҡ.

Ҡатнашыу өсөн заявкалар 5 авгусҡа тиклем сайтта ҡабул ителә.

Һорауҙар буйынса түбәндәге телефондарға шылтыратырға:

89273453133 Гүзәл Ғиниәт ҡыҙы, 89373404114 Гөлгөнә Мәжит ҡыҙы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb