"Контраст" халыҡ бейеүҙәре ансамбле "Сочи йөрәге" халыҡ-ара конкурсынан Гран-при алып ҡайтты

"Контраст" халыҡ бейеүҙәре ансамбле "Сочи йөрәге" халыҡ-ара конкурсынан Гран-при алып ҡайтты

Күмертау ҡалаһынан "Контраст" халыҡ бейеүҙәре ансамбле "Сочи йөрәге" халыҡ-ара конкурсында Гран-приға лайыҡ булды. Күләмле сараға бөтә Рәсәйҙән сәхнә оҫталары йыйылды. Меңәрләгән тамашасыларҙы таң ҡалдырған ансамбль малай-ҡыҙҙарын ата-әсәләре, уҡытыусылары, яҡындары тантаналы шарттарҙа ҡаршы алды. Балалар һәм үҫмерҙәр араһындағы бәйге ҡыҙыу барған.

Бәләкәй сәхнә йондоҙҙары республика данын лайыҡлы күрһәткән. Әлбиттә, был еңеүҙә педагогтарҙың да өлөшө ҙур. Сәнғәт оҫталары ҡатнашыусыларҙы халыҡ, эстрада һәм бал бейеүҙәрендә баһалай. Халыҡ-ара конкурс программаһына ярашлы, ярыштарҙан тыш малай-ҡыҙҙар ҡаланың тарихи урындары буйлап экскурсияларға йөрөй. Сочиҙан онотолмаҫ тәьҫораттар менән ҡайтҡан үҫмерҙәр киләсәк еңеүҙәргә лә көс-дәрт тупланыҡ, тип һөйөнә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb