Краснокама районында ижади бәйге-таҡмаҡ әйтеше үтте

Краснокама районында ижади бәйге-таҡмаҡ әйтеше үтте

Краснокама районы Арлан ауылында таҡмаҡ әйтеше сараһы үтте.Төбәктең төрлө ауылдарынан йыйылған 30-ҙан ашыу ҡатнашыусы сәхнәне дер һелкетеп, йыр-моңға, һүҙ маһирлығына оҫталығын күрһәтте.әйтеше үтте

Йыл һайын уҙғарылған ижади бәйге "Мин яратам һине, тормош!" фестиваленең республика этабына һайлап алыу туры. Мәҙәни сара оло быуын вәкилдәренең һәләттәрен асыу, уларҙы йорт мәшәҡәттәренән арындырып, үҙ-ара аралашыу маҡсатын ҡуя. Арлан ауылына йыйылған таҡмаҡсылар гармун, баян һәм башҡа музыка ҡоралдарында уйнаны. Баһалама ағзаларына еңеүсене билдәләү еңелдән булманы, сөнки сығыш яһаусыларҙың репертуары бай.

Бәйге онотолоп барған таҡмаҡтарҙы иҫкә төшөрөргә лә булышлыҡ итә. Төрлө темаларға арналған үҙенсәлекле йыр жанры рус, башҡорт, татар, марий телендә яңғыраны. Иң оҫта, моңло таҡмаҡсылар, ижади коллективтар һәм яңғыҙ башҡарыусылар Краснокама районы данын республика кимәлендә яҡлаясаҡ.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb