14 декабрҙә, башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә, Башҡортостанда Башҡорт теле көнө билдәләнә. «Красный Яр» рус тарихи-мәҙәни үҙәге, ошо иҫтәлекле көнгә арнап, «Башҡорт мәғрифәтселәре» викторинаһын ойоштора.
Һорауҙары XIX – XX быуаттарҙа йәшәгән билдәле шәхестәргә, исемдәре күптәргә билдәле башҡорт мәғрифәтселәренә арналған.
Викторина 30 һорауҙан тора. Уларҙың барыһына ла яуап биргәндән һуң ҡатнашыусыға үҙ-үҙен тикшереү өсөн дөрөҫ яуаптар асыла. Викторинаны түбәндәге һылтанма буйынса табырға була: https://forms.gle/nzfm3ebtEUNmQbEq9.