Курск театрында Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһы буйынса спектакль ҡуйыласаҡ

Курск театрында Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһы буйынса спектакль ҡуйыласаҡ

А.С.Пушкин исемендәге Курск дәүләт драма театры 231-се театр миҙгелен башҡорт шағиры, яҙыусыһы һәм драматургы Мостай Кәримдең трагедияһы буйынса «Ай тотолған төндә» спектакле менән асырға йыйына. Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, спектаклдең режиссеры — театрҙың художество етәксеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы, Рәсәйҙең дәүләт премияһы лауреаты, «Алтын битлек» милли театр премияһы лауреаты Юрий Бурэ.

- Театр Мостай Кәримдең шиғриәте һәм темаһы менән илһамланып, уның драма әҫәрҙәренә мөрәжәғәт итте. Пьесаның үҙенсәлекле булыуы быйыл — Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылында айырыуса көнүҙәк. Режиссер һәм ижади төркөм, артистар Башҡортостандың — бай тарихлы һәм бөйөк мираҫлы республиканың милли авторының текстары менән эшләү мөмкинлеге өсөн бик рәхмәтле. Берҙәм икәнлегебеҙҙе онотмаҫҡа, күп быуатлыҡ традицияларыбыҙҙы бергәләп һаҡларға, тарихҡа һаҡсыл ҡарарға тейешбеҙ, — тип хәбәр итте Курск драма театры етәкселеге.

«Ай тотолған төндә» спектакленең премьераһы 9 сентябрҙә була.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb