Күгәрсен районында «Мораҙымдың моңло хазинаһы» халыҡ ижады фестивале ойошторола

Күгәрсен районында «Мораҙымдың моңло хазинаһы» халыҡ ижады фестивале ойошторола

16 июндә Күгәрсен районында «Мораҙымдың моңло хазинаһы» халыҡ ижады фестивале ойошторола. Фестивалдә солистар - ике йәш категорияһында (18-45 йәш һәм 45 йәштән өлкәнерәк) вокалистар, инструменталистар һәм төрлө милләтле музыка ҡоралдарын эшләүсе оҫталар ҡатнаша. Проект сиктәрендә түбәндәге саралар үтә: 

- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәлит Мусин исемендәге призға халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусылар конкурсы (тальянка, гармун, баян, аккордеон, Һарытау гармуны һ.б.);

- Вилдан Йомағужин исемендәге призға халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусылар конкурсы (ҡумыҙ, ҡурай, думбыра, ҡыл-ҡумыҙ, ҡалаҡ һуғыу, скрипка һәм башҡалар);

 - Фатима Кәримова исемендәге призға башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы; 

- Рәмил Хөснуллин исемендәге бүләккә милли музыка ҡоралдарын эшләүсе оҫталар конкурсы. 

Бынан тыш, «Йәйләүҙә» (аҡланда) конкурс программаһы ҡаралған, ул «Урман ашы», «Бесәнселәр» ижади ярыштарын, башлыҡтар үреүҙе, һеперткеләр (ҡайын, имән, йүкә һ.б.) әҙерләүҙе берләштерәсәк.

Көн дауамында халыҡ музыка ҡоралдары күргәҙмәһе, уларҙа уйнарға өйрәтеү, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары өсөн милли биҙәүестәр әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, шәлдәр, милли аш-һыу, фитосәйҙәр, дарыу үҫемлектәре сеймалы күргәҙмәләре, халыҡ оҫталары тауарҙары йәрминкәһе ҡаралған. 

Проект Башҡортостандың бренд саралары исемлегенә индерелгән һәм халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау, халыҡ йырын башҡарыу йолаларын һаҡлауға һәм артабан үҫтереүгә, халыҡ музыка ҡоралдарын эшләүсе оҫталарға ярҙам итеүгә, районда йәшәгән төрлө милләт халыҡтарының милли мәҙәниәтен һәм кәсептәрен тергеҙеүгә йүнәлтелгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb