14 июлдә Күгәрсен районы “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркында беренсе тапҡыр “Мораҙымдың моңло хазинаһы” I -се асыҡ район фестивале үтәсәк.
Ул халыҡ музыка ҡоралдарында уйнауҙы пропагандалау, уларҙы эшләүсе оҫталарға ярҙам итеү, йәш быуында халыҡ музыка ҡоралдарына ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында эшләнә.
Сарала республикала билдәле, сит өлкәләрҙә лә билдәлелек яулаған халыҡ оҫтаһы, ҡыл-ҡумыҙ, дөңгөр, думбыра эшләүсе Рәмил Фатих улы Хөснуллиндың, ҡумыҙ эшләү оҫтаһы Хәйҙәр Хөснулла улы Әбделмәновтың эшләгән музыка ҡоралдарынан сауҙа-күргәҙмәләр, уларҙа оҫтауйнаусылар концерты буласаҡ.
Моң йыйынына рәхим итегеҙ!
Сарала 14.00 сәғәттә башлана.