Күгәрсен районында Театр йылы асылды

Күгәрсен районында Театр йылы асылды

Күгәрсен районында тантаналы рәүештә төбәктең төрлө ауылдарынан үҙешмәкәр коллективтар ҡатнашлығында Театр йылы асылды.

Халыҡ театры актерҙары төрлө сәхнә әҫәрҙәре менән сығыш яһаны. Юлдыбай ауылының "Ҡайынтау" ижади коллективы драматург Наил Ғәйетбайҙың "Аты барҙың, дәрте бар" спектаклен сәхнәләштерҙе.

Күгәрсен ауылының "Умырзая", Бикбулаттан "Шакир Янбаев", район мәҙәниәт йортоноң "Наҙлы йылға" театр төркөмдәре лә йыл әйләнәһенә халыҡты яңы спектаклдәр менән һөйөндөрмәксе.

Театр йылын асыу тантанаһында урта быуын актерҙары менән бер рәттән яңы уҡып ҡайтҡан йәш белгестәр ҙә әүҙемлек күрһәтте.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb