Күгәрсендә мәҙәниәт йорто яңыртылды

Күгәрсендә мәҙәниәт йорто яңыртылды

Күгәрсен районы Күгәрсен ауылында, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Урындағы мәҙәниәт йорто” федераль проектына ярашлы матди-техник базаһы тулыһынса яңыртылып, Мәҙәниәт йорто эшләй башланы.

Халыҡтың ҡыуанысын уртаҡлашырға Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев килде.

Күгәрсен халҡы райондың мәҙәни тормошонда гелән дәррәү ҡатнаша. Бында үҙешмәкәр йырсылар, сәхнә оҫталары бихисап. “Умырзая” халыҡ театры коллективы күптән халыҡ һөйөүен яулаған, улар билдәле башҡорт, татар яҙыусыларының әҫәрҙәрен сәхнәләштерә. Үҫеп килгән быуын “Өмөт” балалар театрында шөғөлләнә. Ә “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы, “Оҫтабикәләр” бесеү-тегеү ҡатын-ҡыҙҙар клубы ағзалары кистәрен Мәҙәниәт йортона йыйылып, ваҡыттарын файҙалы уҙғара – бәйләй, сәхнә кейемдәре тегә. Балалар өсөн “Шатлыҡ” клубы эшләй. Шулай уҡ бында “Ләйсән”, “Аҡ ҡалпаҡ” ҡатын-ҡыҙҙар вокал, гармунсылар ансамблдәре бар.

Мәҙәниәт йорто 1994 йылда төҙөлгән. Торошо ҡәнәғәтләнерлек булған, әммә ижад коллективтарының рухи һәм ижади мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу өсөн матди хәлде яҡшыртыу талап ителгән. Күгәрсендәрҙең тырышлығын, әүҙемлеген иҫәпкә алып, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге федераль программала ҡатнашырға ҡарар иткән. Һәм һөҙөмтә бушҡа булмай – проект бөтә этаптарҙы ла уңышлы үтеп, хуплау ала.

Мәҙәниәт йорто өсөн өс кимәлдәге бюджеттан бүленгән ете миллион һумдан ашыу аҡсаға музыка ҡоралдары (12 гармун, ике баян, 20 комплект ҡурай), ансамблдәргә сәхнә кейемдәре алынған. Тамаша залына яңы уңайлы креслолар ҡуйылған, барлыҡ кабинеттарҙағы һәм китапханалағы йыһаздар яңыртылған. Ҡатын-ҡыҙҙарға - ун яңы тегеү машинаһы, ир-егеттәргә бильярд та алынған. Спорт һөйөүселәр өсөн фойела ике йүгереү юлы, ике велотренажер, өҫтәл теннисы ҡуйылған, шахмат һәм шашка таҡталары ла бар.

Ә инде ете урынлыҡ автомобиль, тирмә-сатыр алыныуы урындағы халыҡ өсөн көтөлмәгән бүләк булғандыр. Бындай шарттар күгәрсендәрҙең эшмәкәрленә яңы дәрт өҫтәп кенә ҡалманы, ә күрше ауылдарға сығып, киләсәктә башҡаларҙы ла концерттары менән ҡыуандырыу мөмкинлеген тыуҙырҙы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb