Башҡортостанда балалар һәм үҫмерҙәр араһында йыр бәйгеһе үтте. “Алтын сапсан” конкурсы ил кимәлендә уҙғарыла һәм һәр төбәктең үҙ еңеүселәре аныҡлана. Республика этабының финалы Күмертау ҡалаһында үтте. Унда Башҡортостан район-ҡалаларынан тыш, Ырымбурҙан да ҡатнаштылар. Йәмғеһе 3 тиҫтәләп яңғыҙ башҡарыусы һәм коллективтар сығыш яһаны. Гран-приға эстрада йырҙарын башҡарыусы Дарина Руднева лайыҡ булды. “Халыҡ йыры” номинацияһында иң оҫтаһы тип Арина Барсукова иғлан ителде. “Биҙәү сәнғәте”ндә - Елена Грудинина, “Хореография”ла “Контраст” ансамбле еңде. Ә бына “Уйын ҡоралдары” номинацияһында береһе лә еңмәне.