Күмертауҙа Зыя Хәлилов исемендәге башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары төбәк фестивале үтте

Күмертауҙа Зыя Хәлилов исемендәге башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары төбәк фестивале үтте

Башҡортостанда башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары төбәк фестивале үтте. Иң юғары баһаға- Гран-при исеменә ҡурайсы, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Илнур Хәйруллин лайыҡ булды.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә сарала Күгәрсен, Миәкә, Көйөргәҙе, Ейәнсура, Стәрлебаш райондарынан, Мәләүез, Күмертау, Өфө, Баймаҡ, Сибай һәм Салауат ҡалаларынан 44 яңғыҙ башҡарыусы һәм 12 ансамбль ҡатнашҡан.

Фестиваль өс номинацияла үткән: башҡорт халыҡ көйҙәре, заманса эшкәртеүҙәге халыҡ көйҙәре, классик әҫәрҙәр.

Жюри етәксеһе- З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы Венера Йылҡыбаева.

Мәғлүмәт өсөн: Зыя Хәлилов (1953-2009) — башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары: ҡурай, ҡумыҙ яһау оҫтаһы, Рәсәй, республика күргәҙмәләре һәм конкурстарында ҡатнашыусы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb