Күп балалы ғаиләләр араһында фотоконкурс иғлан ителде

Күп балалы ғаиләләр араһында фотоконкурс иғлан ителде

“Мәскәү ҡалаһының күп балалы ғаиләләр берләшмәһе” төбәк йәмғиәт ойошмаһы Ауыр хәлдә ҡалған балаларға ярҙам күрһәтеү фонды менән берлектә “Күп балалы Рәсәй” исемле бөтә Рәсәй проектын тормошҡа ашыра. Уның сиктәрендә “Өсәүҙән сикһеҙлеккә тиклем” исемле фотоконкурс үтәсәк. Ул күп балалы, ижади, әүҙем ғаиләләрҙе күрһәтеү маҡсатында ойошторола.

Конкурсҡа заявкалар проектың сайтында ҡабул ителә. Унда өс һәм күберәк балалы ғаиләләр ҡатнаша ала. Фоорәсемдәр репортаж форматында йә алдан әҙерләнгән булырға мөмкин. Темалары: “Ҙур ғаиләнең күңелле көндәре”, “Бәхетле ғаилә”, “Сикһеҙлеккә юлда”. Конкурста донъяның бар мөйөштәренән дә ҡатнашырға була. Бер автор 20-гә тиклем эш ебәрә ала.

Конкурстың йомғаҡтары буйынса, 15 авгусҡа ҡарай интернетта эштәрҙән торған фотобанк мәғлүмәттәре төҙөргә планлаштырыла. Банкта һайлап алынған фоторәсемдәр һәм ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреләсәк. Был эштәрҙе Рәсәйҙең төбәктәрендә бәхетле һәм уңышлы ҙур ғаилә образын тыуҙырған социаль реклама өсөн ҡулланырға мөмкин буласаҡ.

Фотоконкурстың финалы айҡанлы еңеүселәрҙең эштәренән торған китап баҫтыраласаҡ. Унда шулай уҡ “Владимир Путин һәм күп балалы ғаиләләр” исемле Рәсәй президенты Владимир Путиндың архивынан иң яҡшы рәсемдәр индереләсәк. Был архивты РФ президенты Хакимиәте тапшырасаҡ. Еңеүселәрҙең эштәре буйынса күргәҙмә 2020 йылдың ноябрендә Кремль һарайында урынлаша тип планлаштырыла.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb