Күп йырҙар авторы Әсхәр Кәшфуллин арабыҙҙан китте

Күп йырҙар авторы Әсхәр Кәшфуллин арабыҙҙан китте

4 июлдә билдәле йырҙар авторы, шағир Әсхәр Кәшфуллин арабыҙҙан китте.

Кәшфуллин Әсхәр Кәшфулла улы 1930 йылдың 17 авгусында Башҡортостандың Кушнаренко районы Шыршы-Тартыш ауылында тыуған. Атаһы Кәшфулла Нәсибулла улы Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтмай. Ағалы-ҡустылы Кәшфуллиндар эшкә егелә, әсәләренә донъя көтөргә ярҙам итәләр. Әсхәр Кәшфуллин башта тыуған ауылында уҡый, һуңынан — Кушнаренко урта мәктәбендә белем ала. 1948 йылда Өфөлә һөнәрселек училищеһын тамамлай, артабан электр-техник техникумында уҡый. Заводта ябай эшсенән алыпинженерға тиклем хеҙмәт юлын үтә. Тәүге шиғыры «Ленинсы» гәзитендә баҫыла. Бер бөртөк туғаны Афғандың вафаты уның ижадына ныҡ тәьҫир яһай.

1993 йылда Әсхәр Кәшфулла улын «Шәреҡ» радиоһына эшкә саҡыралар. Уның йомшаҡ, яғымлы тауышы радио тыңлаусыларға оҡшап ҡала, ул ҡыҙыҡлы әңгәмәләр ойоштора, тура эфирҙар алып бара. Осрашыуҙарға республиканың билдәле шәхестәрен, артистарын, шағирҙарын, композиторҙарын саҡыра. Шул уҡ ваҡытта ул әүҙем ижади тормош алып бара, уның шиғырҙарына бик күп йырҙар яҙыла, «Печали мои перенеслись в песни», «Летят гуси», «Жизни короткий миг» исемле китаптары донъя күрә. Әҫәрҙәренең тематикаһы: изгелек, намыҫ идеалдары, әхлаҡ нигеҙҙәре. Уның шиғырҙарына йырҙарҙы билдәле композиторҙар яҙа — Рим Хәсәнов, Нур Даутов (Баҡыр шишмә«»), Мөфтәдин Ғиләжев, Фирзәр Мортазин, Илдар Шәрипов («Ышандыр»), бик күп йырҙарҙы Риф Арслан ижад иткән («Тормош шунан ҡоролған», «Кем ғәйепле», «Ҡағылмағыҙ яңылыш» һәм башҡалар). Йырҙарҙы Айҙар Ғәлимов, Радик Динәхмәтов, Резеда Әминева, Салауат Фәтхетдинов, Хәлиҙә Бигичева, Илһам Вәлиев, Туйсин Ильсур, Мәсәлимова Рәүелә һәм башҡалар яратып башҡара.

Республика кимәлендә һәм шағирҙың тыуған яғы, Кушнаренко районында, Әсхәр Кәшфуллиндың юбилейҙарын ҙурлап үткәрәләр, мәктәптәрҙә, китапханаларҙа уның хөрмәтенә йырлы-моңло осрашыуҙар, кисәләр үткәрәләр.

Шағирҙың яҡты иҫтәлеге йыр һөйөүселәр күңелендә мәңге һаҡланыр.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb