Күптән түгел Салауат башҡорт драма театры яңы ижад миҙгелен асты

Күптән түгел Салауат башҡорт драма театры яңы ижад миҙгелен асты

Был юлы миҙгел Эсфир Йәһү­ҙин­дың “Көтмәгәндә булған хәл” комедияһы менән асылды. Уны сәхнәгә режиссер Илдар Вәлиев ҡуйҙы.

Быйыл Салауат башҡорт дәүләт драма театры өсөн айырыуса иҫтәлекле йыл, сөнки ул үҙенең 85 йыллығын билдәләй. Спектакль тамамлан­ған­дан һуң, күптәр йылы һүҙҙәр, ихлас теләктәр менән сығыш яһаны. “Салауат” гәзите редакция­һы ла ситтә ҡалманы, йыл башында сәнғәт йортоноң юбилейы айҡан­лы иғлан ителгән шиғырҙар конкурсына йомғаҡ яһаны. Унда талантлы апай-ағайҙар теләп ҡат­нашып, театрға һөйөүен белдерҙе. Конкурс лауреаттары Гөлсирә Фәйзуллина, Флүрә Хәзиева, Мәйсәрә Хәйерова, Самат Мостафин һәм Мөҙәрис Багаев диплом, бүләктәр алып ҡыуанды. – Бөгөн иҫ киткес матур тама­шаға шаһит булып, шатланып ултырҙыҡ. Яңы миҙгелдән ошондай уҡ матур, сағыу тамашалар өмөт итәбеҙ. Театр менән гәзит тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, коллектив һәр башланғысты күтәреп сыға. Киләсәктә лә берҙәм була­йыҡ, бергә ҡалайыҡ, – тине “Салауат” гәзитенең баш мөхәррире Сибәғәт Рахманғолов. Ул шулай уҡ театр ди⁠ректоры Илдар Ман­на­повҡа, ижади коллективҡа етәк­селек иткән Рөстәм Фазыловҡа, әҙәби бүлек мөдире Динә Бәшироваға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb