Күренекле башҡорт шағиры, әҙәби тәнҡитсе, ғалим-педагог, профессор Фәнил Күзбәковҡа- 65 йәш

Күренекле башҡорт шағиры, әҙәби тәнҡитсе, ғалим-педагог, профессор Фәнил  Күзбәковҡа- 65 йәш

Күренекле башҡорт шағиры, әҙәби тәнҡитсе, ғалим-педагог, профессор, тарих фәндәре кандидаты, филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Фәнил Тимерйән улы Күзбәков 2 декабрҙә ғүмер байрамын - 65 йәшлек юбилейын билдәләне.


Фәнил Тимерйән улының «Бәйге»(1993), «Өмөт шәмдәлдәре» (1996), «Һағыш» (2002), «Йәшәйеш ҡанундары» (2007) исемле шиғри китаптары баҫылып сыҡты. Ә 2016 йылда  шиғырҙар, балладалар, шиғри хикәйәттәр һәм легендаларҙы туплаған «Ҡаялағы ҡурай» йыйынтығы донъя күрҙе. Йәшәйештең төп асылы тормошҡа, кешеләргә һөйөүҙә, тип инана шағир был китабында. Лирик герой үҙен дә, тетрәндергәс яҙмышлы халҡын да ҡаялағы ҡурайға тиңләй.
Башҡортостан матбуғаты, радио-телевидениеһы өсөн бер нисә быуын журналистарын әҙерләп сығарыусы олуғ уҡытыусыбыҙ, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, талапсан һәм ғәҙел мөғәллим, абруйлы ғаилә башлығы, башҡорт әҙәбиәтендә әүҙем эшләгән тәнҡитсе, билдәле фән эшмәкәре булған юбилярға ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете, эшендә бәрәкәт, ижадында ҡомарлы сәм, фән офоҡтарына артылғанда яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb