Күренекле мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә Өфөлә Башҡорт теле көнө билдәләнә

Күренекле мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә Өфөлә Башҡорт теле көнө билдәләнә

Байрам күренекле мәғрифәтсе, шағир, яҡтылыҡ йырсыһы Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә билдәләнә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы был көндә Өфөгә байрам сиктәрендә үткәрелгән интернет-конкурс еңеүселәрен йыя.

Ҡала һәм район ҡоролтайҙарына иһә Башҡорт теле көнөнә ҡарата мәғариф учреждениеларында лингвистик викториналар, тоталь диктант, конференциялар, Мифтахетдин Аҡмулланың шиғырҙарын йәки әкиәттәр һөйләү буйынса конкурстар үткәрергә тәҡдим ителде.

Сараның төп маҡсаты – балаларҙа башҡорт телен өйрәнеү һәм һаҡлауға ҡыҙыҡһыныу уятыу, халыҡ йолаларына һәм мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләү, тарихи-мәҙәни йолаларҙы һаҡлау, ата-әсәләрҙе башҡорт телен һаҡлау һәм өйрәнеүгә йәлеп итеү, уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен асыуға мөмкинлектәр тыуҙырыу.

Башҡорт теле көнөнә ҡарата Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бер нисә интернет-конкурс иғлан итә. Социаль видеоролик һәм плакаттар конкурсы башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән булырға тейеш. Эштәрҙең Башҡортостан Республикаһының ике дәүләт телендә башҡарылыуы мөмкин. Шулай уҡ иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусылары, педагогик хеҙмәт ветерандары тураһындағы видеояҙмалар ҙа ҡабул ителә. Теләге булғандар тәржемә өлкәһендә көсөн һынап ҡарай ала. Тәржемәгә әҫәрҙе ойоштороу комитеты тәҡдим итә. Был конкурстарҙа ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәй, уҡыусылар менән бер рәттән өлкәндәр ҙә ҡатнаша ала.

Уҡыусылар өсөн «Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, иле юҡтың ғына теле юҡ» тигән темаға инша конкурсы ҡаралған. «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсында балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм 1-4 класс уҡыусылары ҡатнаша.

Башҡорт халыҡ әкиәттәрен, башҡорт телендә донъя халыҡтары әкиәттәрен һөйләргә мөмкин. Төркөм менән инсценировкалар күрһәтергә лә була. Интернет-конкурстарға килгән эштәрҙе жюри баһалай, еңеүселәр 14 декабрҙә Өфөгә фестивалгә саҡырыла. Конкурстар тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте рәсми төркөмдә ҡарағыҙ: https://vk.com/event173052782

 

В Уфе состоится концерт памяти дирижер

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына 50 йыл.

а Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына 50 йыл.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb