Күренекле шағир Рәмил Йәнбәктең “Иртә көҙ” исемле шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе

Күренекле шағир Рәмил Йәнбәктең “Иртә көҙ” исемле шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә күренекле шағир Рәмил Йәнбәктең “Иртә көҙ” исемле шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыҡты.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, З. Биишева һәм Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты Рәмил Йәнбәктең был йыйынтығына төрлө йылдарҙа сыҡҡан китаптарынан алынған һәм һуңғы йылдарҙа яҙылған шиғырҙары тупланды.

Йәнбәков Рәмил Әхмәт улы 1952 йылдың 10 авгусында  Күгәрсен районының Дауыт-Ҡайып ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының күп балалы ғаиләһендә тыуған.

1969 йылда Өфөләге 1-се интернат-мәктәпте тамамлағандан  һуң хеҙмәт эшмәкәрлеген үҙ ауылдарындағы «Ҡыҙыл байраҡ» колхозында башлай.

1970 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. 1974 йылдың көҙөндә, бишенсе курста уҡып йөрөгәндә, Рәмил Йәнбәковты «Башҡортостан пионеры» (хәҙер «Йәншишмә») балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенә хәбәрсе итеп эшкә саҡыралар. Университетты тамамлағас та шул хеҙмәтен дауам итә. 1977 йылда баҫманың бүлек мөдире, 1980 йылда яуаплы сәркәтибе, ә 1986 йылда мөхәррире итеп тәғәйенләнә.

1992 йылдан Башҡортостан китап нәшриәтенә (аҙаҡтан «Китап» нәшриәте) эшкә күсә: редакция мөдире, баш мөхәррир була. 1994 йылдың авгусында нашриәт директоры итеп тәғәйенләнә. 1996 йылдың ғинуар-ноябрь айҙарында «Ватандаш», артабан «Тамаша» журналының, 1998 йылдан «Ағиҙел» журналдарының баш мөхәррир урынбаҫары вазифаларын башҡара. Артабан урыҫ телендә нәшер ителгән «Сельские узоры» журналында эшләй.

Журналистикалағы емешле эшмәкәрлеге өсөн уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелгән.

Рәмил Йәнбәктең шиғриәт юлына ныҡлап аяҡ баҫыуы уның 1-се интернат-мәктәптә уҡыған осорона тура килә: нәҡ мәктәп йылдарында ул ҡәләмен һынап ҡарай. Ә инде Башҡорт дәүләт университетында ул шиғриәткә ныҡлап ылыға. Филология факультетының башҡорт—урыҫ бүлегендә эшләп килгән «Шоңҡар» әҙәби—ижад түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә, бер нисә йыл рәттән уның старостаһы була. Студент йылдарында республика гәзиттәренә, Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһына хәбәрҙәр яҙып тора, ҡайһы бер баҫмаларҙа уның шиғырҙары донъя күрә.

Әҙип 1974 йылдан алып сирек быуаттан ашыу журналистика өлкәһендә эшләһә лә шиғриәттән айырылмай. Уның «Оҙайлы яҙ» тигән тәүге шиғыр йыйынтығы 1990 йылда донъя күрә. Артабан бер-бер артлы туғыҙ китабы баҫылып сыға. «Бөркөт саңҡыуы» исемлеһе 2002 йылғы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ була.

Рәмил Йәнбәктең үҙенсәлекте шиғырҙарына композиторҙар Абрар Ғабдрахманов, Салауат Низаметдинов, Айрат Ғайсин һәм Ришат Сәғитов тиҫтәнән артыҡ йыр ижад иткән. Уларҙың күптәре популяр йырсылар репертуарында ныҡлы урын алған.

Үҙенең әҫәрҙәрендә Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева ижадындағы матур традицияларҙы дауам иткәне өсөн Рәмил Йәнбәккә 2006 йылда үҙе тыуған Күгәрсен районының Зәйнәб Биишева исемендәге премияһы һәм башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән һиҙелерлек өлөшө өсөн 2015 йылда Бәләбәй районы хакимиәте булдырған Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премия бирелде.

Күптән түгел күренекле шағир һәм журналист Рәмил Йәнбәк арабыҙҙан китте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb