Күренекле ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ишморат Илбәковҡа-55

Күренекле ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ишморат Илбәковҡа-55

2 март көнө Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә күренекле ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы ИШМОРАТ ИЛБӘКОВ юбилей концертын уҙғара.

Тамашаның режиссеры Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, сценарий авторҙары Франгизә Илбәкова һәм Миңзәлә Яхина. Ишморат Илбәков-"Ишҡурай"ҙың авторы. Биш тишекле ҡурай тауышы буйынса сикле, йәғни боронғо башҡорт халыҡ көйҙәренең ҡайһы берҙәрен һәм заманса көйҙәрҙе тулыһынса башҡарырға мөмкинлеге аҙ. Шуның өсөн дә 90-сы йылдарҙа ҡурайсы Ишморат Илбәков заман талабына ярашлы ошо алдағы яҙылған бөтә ҡурайҙарҙы ла үҙе уйлап сығарған алымдар менән бер ҡурай эсенә һыйҙырыуға өлгәшә, дөрөҫерәге ун ике ҡурайҙы бер ҡурай эсенә һыйҙыра. Был ижад музыка өлкәһендә ҙур ҡаҙаныш була, сөнки бер ишҡурайҙа бөтә һөнәри музыка алымдарын һәм талаптарҙы ла ҡулланып, башҡорт халыҡ һәм заманса көйҙәрҙе лә үҙең теләгән музыкаль тоналлектә башҡарырға мөмкин.

Юбилярҙың ижадташ дуҫтары ҙәм уҡыусылары ҡатнашлығындағы тамашаға рәхим итегеҙ! Башлана 19.00 сәғәттә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb