Күсмә халыҡтар уйындарында Башҡортостан вәкиле Гөлгөнә Баймырҙина икенсе урын яуланы

Күсмә халыҡтар уйындарында Башҡортостан вәкиле Гөлгөнә Баймырҙина икенсе урын яуланы

Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, http://www.bashinform.ru/bash/1206689/ Ҡырғыҙстанда III Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында бөркөтсөләр (бөркөт менән һунар итеү) ярышы уҙҙы.

Башҡортостан исеменән фольклорсы, Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Гөлгөнә Баймырҙина сығыш яһаны. АКИpress порталы (Ҡырғыҙстан) хәбәр итеүенсә, Гөлгөнә Уйындарҙа һунар ҡоштарын өйрәтеү һәм улар менән һунар итеү буйынса боронғо һөнәрҙе күрһәткән ир-егет ҡатнашыусылар араһында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ булды.

Ярышта Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм башҡа илдәрҙең бөркөтсөләре лә үҙҙәренең йыртҡыс ҡоштарын күрһәтте.Ҡағиҙә буйынса, бөркөт тиҙлеккә үҙенең табышын ауларға тейеш ине. Яҡташыбыҙ ярышта икенсе урынды яуланы.

Һунар ҡоштары менән һунар итеү тамырҙары менән боронғо тарихҡа барып тоташа. Элек-электән кешеләр йыртҡыс ҡоштар — шоңҡар, ҡарсыға, ыласын менән һунар иткән. Кешелек цивилизацияһы башында һунарсы өсөн өйрәтелгән  ҡоштан да яҡшыраҡ ярҙамсы булмаған. Ҡулға эйәләштерелгән бөркөттәр көтөүҙе бүреләрҙән һаҡлаған, кейем-һалым һәм ит өсөн йәнлек аулаған. Йыртҡыс ҡошто үҫтереү һәм ауға өйрәтеү ҙур түҙемлек, ныҡышмалылыҡ, киң күңеллелек талап иткән. Беҙҙең көндәрҙә лә, атыу ҡоралы киң таралыуға ҡарамаҫтан, бөркөттәр менән һунар итеү милли спорттың иң популяр төрҙәренең береһе булып тора.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb