“Яҙыуы матурҙың йөрәге лә күркәм”, ти ғәрәп мәҡәле. Бар күңелде, тырышлыҡты, ихласлыҡты һалып башҡарылған эш тирә-яҡҡа нур һибеп кенә ҡалмай, һис шикһеҙ, оҫтаның эске донъяһының камиллашыуына, сафланыуына ла булышлыҡ итә. Өфөлә беренсе тапҡыр үткәрелгән “Ислам донъяһы сәнғәте-2016” исемле халыҡ-ара һынлы сәнғәт фестивале лә бар яҡлап гүзәллеккә ынтылған ижад вәкилдәрен бергә йыйҙы. Улар үҙ сиратында каллиграфия һәм шамаил төшөрөү буйынса бәйгелә көс һынашасаҡ.