Башҡорттар элек-электән ҡоштарға табынып йәшәгән. Кәкүк-халҡыбыҙҙың риүәйәт-әкиәттәрендә ҡошҡа әйләнгән әсәне йәки һөйгәненә тоғро ҡалған ҡыҙҙы сағылдырған.
Ҡарға, кәкүк кешеләргә изгелек килтергән ҡоштар, ти халыҡ. Кәкүк сәйе лә борон-борондан килгән матур йолаларыбыҙҙың береһе, яҙ байрамы ла, тиҙәр халыҡта. Ер ҡарҙан әрселеп, йәшеллеккә күмелә башлағас, тәүге кәкүк тауышы ишетелеү менән ҡатын-ҡыҙ, бала-саға йыйылышып яланға, сәхрәгә сыҡҡан булған.
Халыҡ изге тип һаналған ҡошто ризалатыу өсөн тәбиғәт ҡосағында уйын-көлкө ойошторған, сәй табыны әҙерләгән. Ҡатындар, күккә ҡарап, йылдың уңышлы, имен килеүен һораған, теләктәр әйткән, күрәҙәлек ҡылған. Балалар, ҡулдарын өҫкә күтәреп, кәкүк булып ҡысҡырған. Ҡайтыр саҡта ҡалған ризыҡты ағас төптәрендә ҡалдырып китер булғандар.
Ошондай халыҡ байрамдарын, йолаларын, милли-мәҙәни үҙенсәлектәрҙе үҫтереү, баш ҡорт фольклоры традицияларын һаҡлау һәм йәш быуынға башҡорт халҡының йолалары аша тәрбиә биреү, фольклор коллективтарының ижади эшмәкәрлеген үҫтереү маҡсатында Башҡортостанда III «Кәкүк сәйе» республика этно-фестивале ойошторола. Байрам 27 май көнө Нуриман районынының «Павловка паркы» тау саңғыһы үҙәгендә үтәсәк.
Сараны ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Мәҙәниәт министрлығы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто булышлығында Нуриман районы хакимиәте, «Павловка паркы» тау саңғыһы үҙәге һәм Башҡортостандың Туризм үҙәге.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, «Кәкүк карнавалы», төрлө күргәҙмә, йәрминкәләр үтәсәк. Фестиваль сиктәрендә «Кәкүк сәйе — рецепт һәм ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге» семинары буласаҡ.
Түбәндәге номинациялар буйынса: «Иң яҡшы башҡорт сәйе рецебы», «Иң яҡшы сәй йолаһы», «Иң яҡшы кәкүк бейеүе», «Иң яҡшы кәкүк йыры», «Иң яҡшы кәкүк костюмы», «Иң яҡшы кәкүк тотемы», «Иң яҡшы кәкүк бутҡаһы», «Иң яҡшы кәкүк сувениры» бәйге еңеүселәре билдәләнәсәк. Фольклор коллективтарының сағыу концерты, шулай уҡ дискотека ла үтәсәк.
Автор: Гүзәл Багаева