Көйөргәҙе районында “Шәжәрә байрамы” үткәреү күптән инде матур йолаға әйләнгән

Көйөргәҙе районында “Шәжәрә байрамы” үткәреү күптән инде матур йолаға әйләнгән

Көйөргәҙе районында “Шәжәрә байрамы” үткәреү күптән инде матур йолаға әйләнгән. Күптән түгел “Йәшлек” мәҙәниәт йортонда үткән был сарала ауыл советтары бай күргәҙмә лә әҙерләне.
Илкәнәй ауыл советы ун нәҫелдең шәжәрә ептәрен барлап, ике эҙләнеү эше алып килгән. Төрлө ҡул эштәре лә күҙҙең яуын алып торҙо. Шәбағыштар күргәҙмәһе боронғо әйберҙәр менән биҙәлгән ине. Бахмут мәҙәниәт йорто мөдире Константин Логинов бай материалдар менән тупланған ун нәҫел шәжәрәһен барланы. Мораптал ауыл советы Ҡужаҡовтар шәжәрәһен өйрәнгән, эҙләнеү эштәре лә ҡунаҡтарҙы ҡыҙыҡһындырҙы. Яҡшымбәт ауыл советынан Боҫҡановтар 8 быуыны хаҡында ентекле һөйләне. Шағир Шәмсетдин Зәкиҙең быуындарын зәк-ишмәттәр барланы, улар шәжәрәне туҡымаға ла сигеп ҡуйған. Кинйәабыҙҙар Биктимеровтарҙың һәм тағы дүрт ғаиләнең нәҫел ептәрен һүтте. Ленин ауыл советы ла һигеҙ шәжәрә ағасы алып килгән.
Мәртәбәле жюри ағзалары булған Көйөргәҙе район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Вахитова, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов һәм районыбыҙ ағинәйҙәре ойошмаһы рәйесе Тамара Малбаева ҡыҙыҡһыныу менән күргәҙмәләрҙе ҡарап сыҡҡандан һуң, Ҡотлоюлдан Боҫҡановтар, Ленин ауыл советынан Маляновтар һәм Керәүле-Илюшкиндан Федоровтар ғаиләләре сәхнәлә сығыш яһаны.

Үҙ шәжәрәләре менән таныштырып, ғөрөф-ғәҙәттәре хаҡында һөйләгән барлыҡ ғаиләләр ҙә район конкурсының лауреаттары булды һәм дипломдар менән бүләкләнде.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb