2022 йылдың 5 февралендә Башҡортостандың көньяғында, Көйөргәҙе районында, «Яулыҡ - тыныслыҡ билдәһе» фестивале уҙғарыла.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 февралдә Бөтә донъя ҡатын-ҡыҙҙар яулығы көнө билдәләнә. Байрам 2013 йылда раҫлана.
Рәсәй Федерацияһында байрам тәүгә Көйөргәҙе районында Салауат епархияһы, Көйөргәҙе районының ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм Мосолман ҡатын-ҡыҙҙары союзы башланғысы менән билдәләнә башланы.
Проект конфессия-ара бәйләнештәрҙе киңәйтеү, берҙәмлек, милли йолаларҙы һаҡлау, Башҡортостанда «Тыйнаҡ ҡатын-ҡыҙ модаһы»н үҫтереү маҡсатында уҙғарыла. Фестиваль тиҙ арала популярлыҡ яуланы һәм төрлө милләт һәм конфессия вәкилдәре тарафынан хуплау тапты.
Фестивалдә милли күргәҙмәләр, никахлашыу йолалары, яулыҡ ябыныу мәҙәниәте, милли кейемдең тарихи аспекттары күрһәтелә, яулыҡ һәм һижәп йөрөтөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла.
Фестивалгә ярашлы барлыҡ конфессия вәкилдәре ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәлдәр ҙә уҙғарыла.
Фестивалдең йолаһы буйынса ҡатнашыусылар онкология ҡатын-ҡыҙҙар бүлексәһенә бара, унда химия терапияһы курсын үткән пациенттарға яулыҡ ябындырыу буйынса хәйриә оҫталыҡ дәресе уҙғара.
Фестивалдең биҙәге - «ҡояш балалары», йәғни Даун синдромлы балалар. Улар фестивалгә маҡсатында ҡатнашыусы, балалар тора. Фестивалдең маҡсаты – уларҙы социалләштереү, йәмғиәткә яҡынайтыу.
Сара ҡунаҡтарын яулыҡ тарихы менән танышыу, ҡулдан эшләнгән милли биҙәүестәр, шәлдәр, түшелдеректәр, яулыҡтар, парфюмерия күргәҙмә-йәрминкәһе, визажистарҙың, стилистарҙың оҫталыҡ дәрестәре, оҫталыҡ дәрестәре көтә.