Көйөргәҙе районының Йомағужа ауылында «Кәкүк сәйе» байрамы үтте

Көйөргәҙе районының  Йомағужа ауылында  «Кәкүк сәйе» байрамы үтте

Көйөргәҙе районының  Йомағужа ауылының Олоһыу йылғаһы яры буйындағы сылтырап аҡҡан «Сөләймән» шишмәһе янында матур йолаға әйләнеп барған «Кәкүк сәйе» байрамы үтте. 
Байрам балаларҙың күңелле сығышынан башланды. Ололар геү килеп самауыр ҡайнатты, сәйгә тәмлекәстәр әҙерләне. Уларға «Кәкүк сәйе» йолаһының ҡайҙан килеп сыҡҡанлығы хаҡында һөйләнелде.

Байрамға килеүселәр йырҙар йырлап, бейеп, «Аҡ ҡалас», «Һәпәләк», «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Ритайым» уйындарын уйнанылар. Ә байрам һуңында тағы ла бер йоланы тормошҡа ашырҙылар: кәкүк ҡунып саҡырған тирәккә теләктәр теләп ҡыҙыл таҫма таҡтылар. Был йоланан ололар ҙа ситтә ҡалманы.

Унан инде башҡорт эсемлеге буҙа, тәмлекәстәр менән кәкүк сәйе эсеп, күңелле итеп бейеп, был байрамды үткәреүселәргә рәхмәттәр әйтеп, байрамдан ҡәнәғәт булып таралыштылар.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb