Яңыраҡ мәҙәни сараларға һыуһаған, Көйөргәҙе районының Кинйәбай ауылы халҡы клубҡа ашыҡты. Ауыл клубында ығы-зығы. Олоһо, кесеһе нәмәлер эшләп бөтөрөргә ашыға, мәҙәни сараны башларға һуңғы әҙерләнеүҙәр тамамлана.
Клуб эсе, сәхнә матур итеп байрамса биҙәлгән. Кергәс тә: «Һеҙҙә нәмә – беҙҙә туй» – тигән плакат күҙгә сағыла. Кинйәбай ауылы үҙешмәкәр артистары был көндө тамашасыларға «Килен төшөрөү» йолаһын күрһәтергә булды.
Был мәҙәни сараны әле яңы ғына клуб мөдире вазифаһын башҡарыуға керешкән Гүзәлиә Ғәббәсова ойошторған һәм уны башҡарып сығыуға бик күп көс һалған. Әлбиттә, уға төп ярҙамсылар булып яңыртылған «Умырзая» вокаль ансамбле ҡатын-ҡыҙҙары, ауылдың уҡытыусыһы Рәмзилә Ғәббәсова, ауыл старостаһы, ағинәйҙәр ойошмаһы вәкилдәре һәм бик күптәр ҡатнашлыҡ иткән.
«Килен төшөрөү» йолаһын боронғоса, әммә хәҙерге заман талаптарына яраҡлаштырып күрһәтергә тырышты үҙешмәкәр артистар. Килен төшөрөү, килен менән кейәү һөйөү, киленгә теләктәр теләү, килен бирнәһе, килен бүләктәре, киленде бейетеү, килен бүләген таратыу, һыу юлы башлау кеүек йолалар бик тә матур итеп күрһәтелде, һәм береһе артынан береһе теҙелешеп кенә барҙы.
Эш ваҡыты булғанғамы инде залда ҡарап ултырыусылар әллә ни күп булманы, әммә барыһы ла бик ҙур фәһем алып, ҡәнәғәтлек менән таралышты.
Тамаша аҙағында ошо мәҙәни сараны үткәреүгә күп көс һалған Рәмзилә Ғәббәсоваға Керәүле-Илюшкин ауыл биләмәһе башлығы исеменән бүләк һәм Почет грамотаһы тапшырылды.
Матур, ҙур эш башҡарып сыҡты кинйәбайҙар. Яңынан эшен башлап ебәргән «Умырзая» вокаль ансамбле ҡыуандырҙы, уларҙың араһында ағинәйҙәр ойошмаһы вәкилдәре булыуы тағы ла һөйөндөрҙө. Был мәҙәни сараға ир-ат заттарын күберәк ҡатыштырғанда тағы ла күркәмерәк, тағы ла матурыраҡ булыр ине «Килен төшөрөү» йолаһын күрһәтеү тамашаһы.
Сығанаҡ: http://yshatir.ru/mezeniet/5202-kinybayar-yola-yayrta.html