Көйөргәҙелә «Яҡут байығы – 2017» бейеү бәйгеһе үтте

Көйөргәҙелә «Яҡут байығы – 2017» бейеү бәйгеһе үтте

Ошо көндәрҙә Көйөргәҙе районының Яҡут ауылы Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Бөтә донъя бейеү көнөнә бағышлап «Яҡут байығы – 2017» исеме аҫтында бейеү бәйгеһе үтте.

Бәйге йәш буйынса 3 категорияла ойошторолдо. Иң тәүҙә 2 йәштән 10 йәшкә тиклемге бейеүселәр көс һынашты. Залда ултырған хеҙмәт һәм тыл ветерандарын байрам менән ҡотлап Яҡут балалар баҡсаһының 4-5 йәшлек малайҙары «Һалдаттар бейеүе»н башҡарҙы. Сәхнәгә сыҡҡан һәр бер баланы, һәр коллективты зал алҡыштарға күмеп ҡаршы алды, оҙатып ҡалды. Сәхнәгә беренсе тапҡыр бейергә сыҡҡан 2 йәшлек Лиана Мәзитова, зал тулы халыҡты күреп, бер аҙ юғалып ҡалды, ләкин өләсәһе ярҙамға сыҡҡас, әйләнеп-тулғанып бейеп алды.

Сәхнә тултырып «Башҡорт бейеүенә дан» исеме аҫтында «Ынйылар» өлгөлө бейеү ансамбленең ҡыҙҙары сәхнәгә сыҡты. Уларҙың рухлы бейеүҙәре тамашасыларға бик тә оҡшаны һәм алҡыштарға күмелде. Яҡут сәхнәһен дер һелкетеп, һөнәри кимәлдә тиерлек «Форт Перовский» бейеүен башҡарған Ғаяз Әбйәлилов та тамашасылар күңеленә хуш килде. Әйтеп үтергә кәрәк, Ғаяз үҙенең киләсәген бейеүгә бағышларға ниәтләй. «Ынйылар» өлгөлө бейеү ансамбленең үҫеп килгән егеттәре башҡарған «Кинйә маршы» бейеүе лә бик оҡшаны. Ғөмүмән әйткәндә, ошо төркөм башҡарған коллектив бейеүме, әллә инде парлы, йәки яңғыҙ башҡарылған бейеү булһынмы, улар бөтәһе лә тамашасылар тарафынан бик йылы ҡаршы алынды һәм оҙаҡ–оҙаҡ алҡыштар менән сәхнә артына оҙатылды.

Әммә тамашасыларға өсөнсө төркөмдәге бәйгеселәр «Сюрприз» булды. Был төркөмдә 18 йәштән 65 йәшкә тиклемге бейеүселәр көс һынашты.

Беҙҙең былай бейеүҙәргә бөтә халыҡ һөйөнә», – тип бәйгене «Ынйылар» өлгөлө бейеү ансамбленең иң беренсе «ҡарлуғастары», хәҙер инде үҙҙәре әсәй, өләсәй булған 35-40 йәшлек «Умырзая» коллективы дауам итте. Тамашасылар уларҙы сәхнәнән сығармай дәррәү алҡыштарға күмде. Был күркәм байрамдан Яҡут ауылы ағинәйҙәре лә ситтә ҡалмаған. 50–65 йәшлек 12 ағинәй сәхнә тултырып «Шәл бәйләнем» бейеүен бик оҫта итеп башҡарҙы. Афарин ағинәйҙәр! Бәйгелә ҡатнашҡан Яңы Мораптал ауылының «Алһыу» балалар баҡсаһы тәрбиәселәре башҡарған «Шаян ҡыҙҙар» бейеүе лә бик үҙенсәлекле булды. 55 йәшлек Фәнис Рахманғоловтоң һалмаҡ ҡына итеп, һеңдерә баҫып бейегән «Ҡарт Байыҡ» бейеүе лә бик күптәрҙең йөрәгенә дәрт өҫтәгәндер, моғайын. Ейәнсура яҡтарында тыуып үҫеп, Яҡут ауылына килен булып төшкөн Шәүрә Әлибаева башҡарған «Үҫәргән Байығы» бейеүе үҙенә генә хас тыпырҙауы, тилбер генә итеп йөрөүе, аяҡ-ҡул хәрәкәттәренең үҙенсәлеклеге менән арбаны тамашасыны.

Шулай итеп, был бәйгелә 30-ға яҡын бейеү башҡарылды, 70-кә яҡын бәйгесе ҡатнашты. Был бәйгегә ҡунаҡ итеп Республика «Байыҡ» бәйгеһе еңеүсеһе Булат Урманбәтов та саҡырылғайны. Ул тамашасыларға үҙенең яратып бейегән «Үҫәргән Байығы»н бүләк итте.

Бәйгене абруйлы жюри баһаланы. Бәйгенең өс төркөмө араһында ла «Гран-при», 1-се, 2-се, 3-сө урындар, иң оло бейеүсе, иң кесе бейеүсе һәм төрлө номинацияларҙа билдәләнде.

Иң оло бейеүсе номинацияһында Фәнис Рахманғолов Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты дипломы менән бүләкләнде. Уны ҡоролтай ағзаһы Ләйсән Аҙнабаева тапшырҙы. Ә иң кесе бейеүсе итеп 2 йәшлек Лиана Мәзитова билгеләнде һәм Көйөргәҙе районы ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Тамара Малбаеванан бүләк алды. Бәйгелә ҡатнашҡан бер бейеүсе лә бүләкһеҙ, дипломһыҙ ҡалманы.

Үҙ нәүбәтендә Рәмзиә Әбйәлилова байрамды ойошторорға ярҙам күрһәткән бағымсыларға, сараны әҙерләүҙә ярҙам күрһәткәндәргә һәм бәйгелә ҡатнашҡан һәр бейеүсегә оло рәхмәтен еткерҙе.

Сығанаҡ: http://yshatir.ru/mezeniet/5034-bayy-yautta.html

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb