«Көлкө-шоу» эстрада миниатюралары театры өр-яңы тамаша тәҡдим итә

«Көлкө-шоу» эстрада миниатюралары театры өр-яңы тамаша тәҡдим итә

24 ноябрҙә  «Көлкө-шоу» эстрада миниатюралары театры өр-яңы тамаша әҙерләй.Республикабыҙ ҡала-райондары сәхнәләрен гөрләткән коллектив Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының 80-се ижад миҙгелендә «Ҡыҙыҡ был тормош» исемле премьераһын тәҡдим итә.

 Программала билдәле актер, Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров, күптән инде тамашасылар һөйөүен яулаған юмор оҫтаһы Фаяз Йәнтүрин һәм үҙенсәлекле проекттар авторы, режиссер Миңзәлә Яхина ижад иткән миниатюралар, көләмәстәр урын алған.

Ҡыҙыҡлы ла, мәҙәкле һәм ҡыҙғаныслы күренештәргә бай тамашаның режисеры - Миңзәлә Яхина.

   Белеүегеҙсә, күптән түгел генә барлыҡҡа килгән «Көлкө-шоу» эстрада миниатюралары театры  составында береһенән-береһе талантлы, маһир артистар ижад итә.  Улар араһында нәфис һүҙ оҫталары  Ғәлиә Тимербулатова, Зөлфиә Әхмәтова, Альбина Фәйзуллина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле йырсы Рәмил Хәзиев һәм музыкант-баянсы Илшат Фәтихов. Төркөм менән Фаяз Йәнтүрин етәкләй. Әйткәндәй, ижад юлын ул «Ҡыҙыҡ-Мәҙәк» көлкө театрында башлай һәм унда ун биш йыл буйына ең һыҙғанып ижад итә.

   Шәмбе кисендә көндәлек тормош мәшәҡәттәренән бер аҙ арынып, йәнләнеп, кәйефтәрҙе күтәреп, рәхәтләнеп күңел асырға рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb