"Көлмәгез, мин үләм” спектакленең премьераһы уҙҙы

"Көлмәгез, мин үләм” спектакленең премьераһы уҙҙы

“Нур” театры яраткан тамашасыҙына матур премьера әзерләне. 13 ноябрҙә, Мансур Гиләжев пьесаһы буйынса ҡуйылған «Көлмәгез, мин үләм» спектакленең премьераһы уҙҙы.

Комедияны сәхнәгә ҡуйыу өҫтөндә баш режиссер, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Йыһаншин, рәссам Даян Тувалев, композитор – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлай Үҙәнбаев, хореограф - Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Рәмизә Мөхәммәтшина куйҙы. Спектаклдә Марат Хәсәнов, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисткаһы Миңнинур Сәетова-Ғиззәтуллина, Ирина Ғәниева, Эльмир Хәйертдинов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Шәрәфетдинов, Фәнил Ғәйзетдинов, Илшат Салауатов, Вадим Хәйруллин һәм Айгөл Юнысова ҡатнашты.

Спектакль береһен дә битараф ҡалдырманы. Тамашасылар көлдө, геройҙар өсөн ихластан көйҙө һәм тын да алмайса сиселеш көттө.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb