Көньяҡ Урал башҡорттары тарихы ташҡа баҫылды

Көньяҡ Урал башҡорттары тарихы ташҡа баҫылды

“Салауат Хәмиҙуллин менән замандаштарҙы таныштырып тороу кәрәкмәй ҙә һымаҡ. Әлеге лә баяғы беҙ, башҡорттар, бер-беребеҙгә йылы һүҙ әйтергә тартынып барабыҙ бит инде, әммә һис икеләнмәй рухи ҡаһарманлығы, профессиональ фиҙакәрлеге өсөн уны “заманыбыҙ Салауаты!” тип атар инем. Әммә тарихи факттарҙы туплап, уларҙы тәғәйен видеояҙмалар менән биҙәп, халыҡ хөкөмөнә тотош милләтеңдең уҙғаны хаҡында бөгөнгө иң популяр мәғлүмәт сығанаҡтарының береһе булған телевидение эфиры аша фәһем биреү үҙе батырлыҡ түгелме ни?! Минеңсә, бөгөнгөбөҙҙөң иң ҡыйыу, тәүәккәл һәм мәғлүмәтле публицистарының береһе ул Салауат Хәмиҙуллин. Хәйер, публицист шулай булырға тейеш тә”(“Башҡортостан” гәзите, Л. Абдуллина, http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/23305-zamanyby-salauaty-tip-ndshbe-be-ua.html

Күптән түгел билдәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллин Көньяҡ Урал башҡорттары тарихын айырым китап булараҡ баҫтырып сығарҙы.

«Башҡорт ырыуҙарының тарихы» проектының яңы томлыҡтарында Һальют, Терһәк, Һеңрән, Бәкәтин, Һырҙы, Шуран, Мәркәт, Ҡошсо, Һыҙғы, Өпәй ырыуҙары тарихы ингән китап донъя күрҙе. Һәр ырыу фәнни яҡтан ныҡлы өйрәнелгән, тарихи факттарға, архив документтарға таянып яҙылған.

Башҡорт милләте ырыу-ҡәбилә структураһы һаҡланыуы менән башҡа халыҡтарҙан айырылып тороуы менән үҙенсәлекле. Проект етәксеһе, билдәле тележурналист Салауат Хәмиҙуллин, тарихсылар генетиктар менән дә тығыҙ рәүештә эшләгән. Улар, һәр ырыуҙы генетикаһына ҡарап айырырға була, тигән фекерҙә. «Башҡорт ырыуҙарының тарихы» китабының 20 томы әҙер, тиҙҙән яңылары донъя күрәсәк.  

Салауат Хәмиҙуллин— тарихсы-журналист, бик күп телепроекттар авторы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союздары ағзаһы (2000), тарих фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт (2012) һәм журналистика өлкәһендәге Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (2000) премиялар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре (2009)

Салауат Хәмиҙуллин 1968 йылдың 1 июнендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған. 1991—1992 йылдарҙа «Истоки» газетаһы хәбәрсеһе. 1991 йылдан Башҡортостан дәүләт радио-телекомпанияһында: телевидениеның йәштәр редакцияһы мөхәррире, «Йәшлек» ИБ етәксеһе, «Яңылыҡтар» редакцияһы хәбәрсеһе, «Ғилем» ИБ мөхәррире, ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар ИБ мөхәррире, танып-белеү һәм тарихи тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе, ТВ студияһының танып -белеү тапшырыуҙары редакцияһы етәксеһе.

Шулай уҡ «Историческая среда» һәм «КЛИО» телепроекттары авторы булараҡ тамашасыларға таныш. 2012 йылда тележурналист Салауат Хәмиҙуллин премияға «Историческая среда» телевизион проекты өсөн Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ булды.

Гүзәл Багаева әҙерләне.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb