Шекспирҙың тыуған төйәгендә Әҙәбиәт көндәре сиктәрендә Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең эштәре буйынса федераль агентлыҡта күренекле башҡорт яҙыусыһы Марсель Сәлимовтың Лондонда инглиз телендә баҫылған «Книга, какой еще никто не писал» китабының исем туйы уҙҙы.
Исем туйында Бөйөк Британиянан, Америка Ҡушма штаттарынан, шулай уҡ Урта Азия илдәренән яҙыусылар, шағирҙар, рәссамдар, фотографтар, режиссерҙар һәм башҡа мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһе эшмәкәрҙәре ҡатнашҡан.
Яңы китап менән Hertfordshire Press (Лондон) нәшриәт йорто етәксеһе Марат Ахмеджанов таныштырҙы. Евразия ижади гильдияһы сайтында билдәләүенсә, «Британия тамашаһы күренекле яҙыусы-сатириктың яңы китабын ихласлап ҡаршы алды, уның «мөхәббәт романдарына яҡын» әҫәре инглиз телле уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты».
Марсель Сәлимовтың китабы Евразия ижади гильдияһының китаптар серияһы сиктәрендә инглиз телендә Гарет Стамп редакцияһында нәшер ителгән.
Мәғлүмәт өсөн: Марсель Шәйнур улы Сәлимов – Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар һәм Журналистар союздары, Евразия ижади гильдияһы һәм башҡа халыҡ-ара һәм Рәсәй ижади союздар һәм академиялар ағзаһы. Халыҡ-ара әҙәби премиялар һәм конкурстар лауреаты, «Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы» тигән маҡлаулы исемгә лайыҡ кеше. Рәсәй Федерацияһының һәм БССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Өфөлә, Мәскәүҙә, Ҡазанда һәм Чебоксарҙа башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, инглиз һәм болгар телдәрендә сыҡҡан 40 китап авторы. Яҙыусының айырым әҫәрҙәре донъяның иллеләгән теленә тәржемә ителгән һәм бихисап Евразия илдәрендә баҫылған.