Лондонда Һабантуй байрамы үтте

Лондонда Һабантуй  байрамы үтте

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Лондондағы Forest Lane паркында башҡорт һәм татар мәҙәниәтен үҙ итеүселәр традицион һабантуй уткәргән.

Милли байрамды Лондонда «Заман» Бөйөк Британия татарҙары һәм башҡорттары ассоциацияһының инициативалы ағзалары бына инде бер нисә йыл рәттән уҙғара.

Сағыу кейемдәр, йыр-бейеүҙәр, шиғырҙар, театрлаштырылған тамаша, өлкәндәр һәм балалар өсөн уйындар, халыҡ ижады изделиеларын һатыу күргәҙмәһе, бал, бәлештәр, милли кейем фото-күргәҙмәһе – былар барыһы ла утрауҙа йәшәгән башҡорттар һәм татарҙарҙың төп байрамының биҙәге булды.

Концерт программаһы башҡорт һәм татар музыкаль номерҙары менән генән түгел, үзбәк, ҡырғыҙ, болгар бейеүҙәре менән бай булды, дәртләндергес рус һәм болгар йырҙары яңғыраны.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb