Лос-Анджелеста фажиғәле һәм батыр яҙмышлы шағирҙарҙың береһе - Шәйехзада Бабичтың тормош һәм ижад юлына арналған «Бабич» фильмы күрһәтелде. Булат Йосопов режиссерлығында фильм ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡаралған, сығыштары менән Рәсәйҙән булған халыҡ, шулай уҡ американлылар социаль селтәрҙәр аша тәьҫораттар менән уртаҡлашҡан.
Тыуған милләте өсөн янып йәшәгән, рәсми дәрәжәләр бирелмәһә лә ике мөсәл ғүмерендә халыҡ шағирына әйләнеп өлгөргән Шәйехзада Бабич - халыҡ күңелендә, ил йөрәгендә...
"Бабич"-башҡорт кинематографияһы тарихында донъя күргән тәүге художество тарихи фильм. Күренекле башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың тормош һәм ижад юлына арналған яңы кинотаҫма тамашасы алдына үткән быуаттың 1916-1919 йылдарын күҙ алдына баҫтыра.
Фильмдағы бар эпизодтар ҙа тарихи дәлилдәргә, документтарға таянып ижад ителгән. Картина яңы йөҙҙәр, яңы артистар асыуы менән үҙенсәлекле. Милли йәштәр театры актеры Илгиз Таһиров- Шәйехзада Бабич ролен башҡара.
Әлеге ваҡытта республика буйлап «Бабич» фильмы күрһәтелеүе дауам итә.