Бөгөн, 6 апрелдә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Учалы ҡалаһы һәм районының төп коллективтарының береһе булған “Ләйсән” халыҡ бейеү ансамбле тураһында сыҡҡан яңы китаптың исем туйы үтә. Данлыҡлы ансамблдең тарихы хаҡында Луиза Фархшатова “Ләйсән” – шифалы ямғыр” тигән китап яҙҙы.
"Ләйсән" 1964 йылда Учалы районының “Байрамғол” совхозында ойошторолған. Ансамбль Уральск ҡасабаһындағы Мәҙәниәт йортонда урынлашҡан. Нигеҙ һалынған көндән алып “Ләйсән” 200-гә яҡын бейеү һалған, уларҙың иң яҡшылары ансамблдең “алтын фонды”на индерелде. Йәш коллективтың тәүге уҡытыусыһы һәм остазы, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәйзи Ғәскәров ансамблде үҫтереүгә бик күп көс һалған. Уның бейеүҙәре бөгөн дә коллективтың репертуарында: “Беҙҙең байрам”, “Зарифа”, “Гөлнәзирә” һ.б. Йылдан-йыл репертуар тулылана, байый. Әле коллектив 60-тан ашыу төрлө характерҙағы күмәк, парлы һәм яңғыҙ бейеүҙәр башҡара. “Фронтовиктар”, “Сабата”, “Ҡурай” кеүек яңы постановкалар ҙа барлыҡҡа килде. Һәр миҙгелдә ансамбль ниндәй ҙә булһа яңы авторлыҡ эштәре менән ҡыуандыра. 1972 йылдан алып «Халыҡ ансамбле» исемен йөрөтә, ә 2013 йылда “Ләйсән”гә “атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Бөгөнгө көндә Миҙхәт Алсынбаев етәкселегендәге ансамблдең репертуары бай һәм башҡарыу яғынан юғары кимәлдә. Ул “Ләйсән”дең ижадына һәм үҫешенә ҙур өлөш индерҙе.