“ЛӘЙСӘН” ХАЛЫҠ БЕЙЕҮҘӘРЕ АНСАМБЛЕ ТУРАҺЫНДА КИТАП ПРЕЗЕНТАЦИЯҺЫ ҮТТЕ

“ЛӘЙСӘН” ХАЛЫҠ БЕЙЕҮҘӘРЕ АНСАМБЛЕ ТУРАҺЫНДА КИТАП ПРЕЗЕНТАЦИЯҺЫ ҮТТЕ

Кисә, 6 апрелдә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Учалы ҡалаһы һәм районының төп коллективтарының береһе булған “Ләйсән” халыҡ бейеү ансамбле тураһында сыҡҡан яңы китаптың исем туйы үтте. Данлыҡлы ансамблдең тарихы хаҡында Луиза Фархшатова “Ләйсән” – шифалы ямғыр” тигән китап яҙҙы. Унда ансамбль ветерандары һәм артистарҙың фотоһүрәттәре, хәтирәләре ингән.

Кисәлә Федерация Советындағы Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары, Башҡортостан дәүләт власының башҡарма органынан вәкил Лилиә Ғүмәрова ҡатнашты. Лилиә Салауат ҡыҙы Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры, республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Зәкәриә Ғибәҙуллинға күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергән һәм әүҙем депутат эшмәкәрлеге өсөн Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенконың Рәхмәт хатын тапшырҙы. 

"Ләйсән" 1964 йылда Учалы районының “Байрамғол” совхозында ойошторолған. Ансамбль Уральск ҡасабаһындағы Мәҙәниәт йортонда урынлашҡан. Нигеҙ һалынған көндән алып “Ләйсән” 200-гә яҡын бейеү һалған, уларҙың иң яҡшылары ансамблдең “алтын фонды”на индерелде. Йәш коллективтың тәүге уҡытыусыһы һәм остазы, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәйзи Ғәскәров ансамблде үҫтереүгә бик күп көс һалған. Уның бейеүҙәре бөгөн дә коллективтың репертуарында: “Беҙҙең байрам”, “Зарифа”, “Гөлнәзирә” һ.б. Йылдан-йыл репертуар тулылана, байый. Әле коллектив 60-тан ашыу төрлө характерҙағы күмәк, парлы һәм яңғыҙ бейеүҙәр башҡара. “Фронтовиктар”, “Сабата”, “Ҡурай” кеүек яңы постановкалар ҙа барлыҡҡа килде. Һәр миҙгелдә ансамбль ниндәй ҙә булһа яңы авторлыҡ эштәре менән ҡыуандыра. 1972 йылдан алып «Халыҡ ансамбле» исемен йөрөтә, ә 2013 йылда “Ләйсән”гә “атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Бөгөнгө көндә Миҙхәт Алсынбаев етәкселегендәге ансамблдең репертуары бай һәм башҡарыу яғынан юғары кимәлдә. Ул “Ләйсән”дең ижадына һәм үҫешенә ҙур өлөш индерҙе.


Фотогалереяға күсергә...

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb