5 апрелдә М.Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында талантлы замандашыбыҙ - билдәле шағирә, публицист, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов, Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премиялар лауреаты Таңһылыу Фаяз ҡыҙы Ҡарамышеваның 70 йәшлек юбилейы айҡанлы әҙәби-музыкаль сара үтәсәк.
Барлыҡ әҙәбиәт һөйөүселәрҙе Гоголь урамы, 28/1 адресы буйынса көтөп ҡалабыҙ. Башлана 17.00 сәғәттә.