10-16 апрелдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Ҡазанға ижади сәфәр менән йыйына. Гастролдәр Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры сәхнәһендә үтәсәк.
Ҡазан тамашасыһына һуңғы йылдарҙа сәхнә түренән төшмәгән, ҙур уңыш ҡаҙанған спектаклдәр тәҡдим ителәсәк.
Татарстан тамашасыһына “Ҡаһым түрә” (Б.Бикбай, Х.Ирғәлин инсц., режиссеры – О.Ханов) драмаһы, “Ул бит кисә ине” (А.Әхмәтғәлиева, режиссеры – А.Абушахманов) лирик комедияһы, “Мин һинең ҡәйнәң булам” (С.Белов, режиссеры – О.Ханов) комедияһы, Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” повесы буйынса ҡуйылған “Хыялға ҡаршы” (А.Ишбулдина инсц., режиссеры - И.Ҡаҙаҡбаев) героик булмаған повесы, “Антигона” (Ж.Ануй, режиссеры – Ф.Бикчәнтаев) драмаһы, “Йософ һәм Зөләйха” (Ҡол Ғәли, Ю.Сафиуллин инсц., режиссер – О.Ханов) музыкаль легендаһы, йәш тамашасылар өсөн - “Итекле бесәй” (Ш.Перро, В.Ганзенко, режиссеры И.Ҡаҙаҡбаев), “Диңгеҙ. Утрау.Хазина” (Д.Сәлимйәнов, режиссеры - И.Ҡаҙаҡбаев) әкиәттәре күрһәтеләсәк.
Гастроль йырлы-моңло театраль тамаша менән тамамланасаҡ.
Төп театрҙарыбыҙҙың береһе һаналған Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры менән осрашыуға рәхим итегеҙ!