Башҡорт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәмзиә Хисамованың юбилей кисәһе үтәсәк

Башҡорт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәмзиә Хисамованың юбилей кисәһе үтәсәк

6 апрель М.Ғафури исменедәге башҡорт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәмзиә Хисамованың юбилей кисәһе үтәсәк. Актрисаның матур ғүмер байрамына арналған кисә тамашасыларҙың күңел байрамына әйләнәсәк.

Тамашала - спектаклдәрҙән өҙөктәр, йыр-моң, юмор, ҡотлауҙар.

Рәмзиә Хисамованың юбилей кисәһендә танылған сәхнә йондоҙҙары: Юнир Ҡоланбаев, Нурия Ирсаева, Суфия Ҡорбанғәлиева, Алһыу Бәхтиева, Гөлфиә Рафиҡова, Артур Кәбиров һәм дә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының башҡа йондоҙҙары ҡатнашасаҡ.

Белешмә өсөн: Алтмышынсы йылдар аҙағында, етмешенсе йылдар башында М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына, Өфө сәнғәт училищеһын тамамлап, бер төркөм талантлы йәштәр килә. Шул төркөмдә Рәмзиә Ислам ҡыҙы Хисамова ла оло сәхнәгә аяҡ баҫа.
1947 йылдың 18 авгусында Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылында тыуған ҡыҙ Ҡыйғы районының Абҙай ауылында балалыҡ йылдарын үткәрә. Йәмле Әй, Ыҡ буйҙары, Һарыбикә аҡланын уртаға бүлеп аҡҡан Шиҙәле һыуҙары актриса күңелендә нескә биҙәктәр үҫтерә, уны хисле һәм рухлы итә. Кешенең ҡиәфәте, уй-фиғеле, эске кисерештәре - яҙмыш көҙгөһө, тиҙәр. Ысынлап та, Рәмзиә Хисамованың тыныс ғорурлығында, характер ныҡлығында, маҡсатлы йәшәүендә, эске батырлығында бөтә ғүмер юлын күрәҙәлек итергә мөмкин һымаҡ, сөнки актриса ошондай характерҙы үҙе генә хөрмәтләп үҙ итмәй, образдары аша халыҡҡа еткерергә тырыша.
Рәмзиә Хисамованы ҡанатлы маҡсат Өфө сәнғәт училищеһына килтерә. Училищены һәйбәт тамалағандан һуң Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһына алына.
- Күпме ғәйрәт, күпме көс булған йәш саҡта. Ғөмүмән, театр - йәштәр һөнәре, ти Хисамова. - Унда саф хистәр, ташып торған дәрт, саялыҡ, көн һайын яңырырлыҡ ҡеүәт кәрәк.

Актрисаның һүҙҙәрендә лә дөрөҫлөк бар һымаҡ, әммә - Нәркәс (И.Йомағолов. «Нәркәс»), Зөбәржәт (М.Кәрим. «Ай тотолған төндә») Агазия (М.Кәрим. «Ташлама утты, Прометей!») кеүек романтик образдарҙан һуң, һуңғы йылдарҙа Хәҙисә (Н.Асанбаев. «Ҡыҙыл паша»), Һәҙиә (Ғ.Шафиҡов. «Һәҙиә») һымаҡ драматик персонаждарҙы уйнауы Рәмзиә Хисамованың киң мөмкинлектәре хаҡында һөйләй.

Театрҙа бөгөнгө көндә барған спектаклдәрҙә актриса ихлас уйнай: «Әбейүшкә@тущка.ru» (Р.Кинйәбаев) комедияһында - Бибисара ҡарсыҡ, «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» (Т.Ғарипова ) мюзиклында - Таңдыса, «Бер мәл санаторийҙа...» (Н. Ғәйетбаев) комедияһында - Таһира, «Һөйәһеңме - һөймәйһеңме... » (Ф.Бүләков) трагикомедияһында - Ҡарсыҡ ролдәрен башҡара, бөтә күңелен биреп эшләгән образдарын тамашасылар ҙа яратып ҡарай.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb