Мәғфирә Ғәлиева — 62 халыҡ телендә йырлаған йырсы ине

Мәғфирә Ғәлиева — 62 халыҡ телендә йырлаған йырсы ине

Республикабыҙ йыр сәнғәтен үҫтереүгә, уны байытыуға бар ғүмерен арнаған, Башҡортостандың халыҡ артисы,талантлы йырсы Мәғфирә Ильяс ҡыҙы Fәлиеваның вафатына 1 йыл. Үҙенең бай репертуарында яңғыраған: “Яраттым рус егетен”, “Шәл бәйләнем”, “Өс егет”, “Маҡтана тип уйламағыҙ”, “Күңелле”һ.б йырҙары аша Мәғфирә Fәлиева тамашасылар күңелен яуланы. Рухи хазинабыҙҙың гүзәл бер өлөшө булған моңло йырсы-педагог Мәғфирә Ильяс ҡыҙын белеүселәр менән бергә, уны хәтергә алайыҡ .

Ғәлиева Мәғфирә Ильяс ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, РСФСР-ҙың эстрада артистары конкурсы дипломанты, СССР халыҡтары фольклор йыры конкурсы лауреаты.

Мәрфиғә Ғәлиева 1928 йылдың 24 декабрендә Йылайыр районының Муйнаҡ ауылында тыуған.

Бала саҡтан уҡ радионан Әсмә Шайморатова, Диана Нурмөхәмәтоваларҙың йырын тыңлап, «Ете егет», «Киленсәк», «Апаһы әйтмәй, һылыуы әйтә», «Томан», «Ата зары» («Хисам») йырҙарын йырлап үҫә.

Мәскәү консерваторияһында композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтов хәстәрлеге менән башҡорт студияһы асылғас, ауылдар буйлап таланттар эҙләгәндә, Ейәнсура районынан Мәғфирә Ғәлиева менән Сөләймән Абдуллинды һайлап алалар. Ул ваҡытта Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләүсе Ҡадир Бакиров йәш Мәғфирәлә яҡташы сәсән Хисаметдиндың йыр сәнғәтенә оҫталығын таный. П. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһында Мәғфирә илдә киң билдәле музыка белгесе В. Карин-Вешкарев класында уҡый. Данлыҡлы йырсы Ирма Яунзем тәүге дәрестәрҙән үк башҡорт ҡыҙының тауышына, башҡарыу һәләтенә һәм образға инә белеүенә иғтибар итә. Улар ғүмер буйы аралашып йәшәй.

Мәғфирә Ғәлиева — 62 халыҡ телендә йырлаған йырсы. Ул — бер нисә секунд эсендә сәхнәгә шул халыҡтарҙың милли кейемендә сығып, йырсы булараҡ образға инә белеү оҫталығын бермә-бер арттырған сәнғәт маһиры. Ире, композитор Наил Ғәлиев (Николай Голов) менән Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең, элекке СССР-ҙың бик күп төбәгендә, сит илдә сығыш яһағандар.

Башҡортостан сәнғәтендә 1953 йылдарҙан башлап яңыса яңғырашлы эстрада йырҙары ишетелә башлай. Ирле-ҡатынлы Мәғфирә менән Наил Ғәлиевтар, «Өфө уттары» тигән инструменталь ансамбль төҙөп, башҡорт эстрадаһына нигеҙ һалыусылар булып таныла.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb