Баймаҡ районының 1-се Төрөкмән ауылында йәшәүсе Рәғиҙә Әхмәтшина яҡташтары араһында башҡорт милли кейеме оҫтаһы булараҡ билдәле. Традицион кейем менән ҡыҙыҡһыныусы яҡташтарын үҙ эргәһенә туплап, “Ихлас” ойошмаһын булдырған.
- Беҙҙең ауыл клубында «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә ҙур ремонт бара. Район етәкселеге бинаның икенсе ҡатында “Ихлас” ойошиаһы өсөн бүлмә бирергә вәғәҙә итте. Был беҙгә эшмәкәрлегебеҙҙе киңәйтергә, атап әйткәндә, күрше ауылдарҙы ла халыҡ кәсептәрен һаҡлау эшенә йәлеп итергә һәм халыҡ ижады үҙәген булдырырға мөмкинлек бирәсәк, - ти Рәғиҙә Әхмәтшина.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районына эш сәфәре барышында халыҡ ижады үҙәген булдырыу идеяһын хупланы һәм «Ихлас» йәмғиәтенә теген машиналары һатып алыуҙа ярҙам итергә вәғәҙәләне.
Ошо көндәрҙә оҫтабикәләр һигеҙ өр-яңы теген машинаһын алып һөйөндө.
- Араларында ике бәләкәй теген машинаһы бар, шуға балаларҙы ла милли кейем тегеү эшенә өйрәтергә тип ниәтләйбеҙ,- ти Рәғиҙә Әхмәтшина.