Быйыл Мәхмүт Ҡашғари исемендәге IV Халыҡ-ара хикәйәләр конкурсына өс тиҫтәгә яҡын эш ҡабул ителгән. Кисә «Башинформ» агентлығының конференциялар залында еңеүселәрҙе билдәләү һәм премиялар тапшырыу тантанаһы үтте.
Мәхмүт Ҡашғари исемендәге IV Халыҡ-ара хикәйәләр конкурсын ойоштороусылар — Евразия Яҙыусылар лигаһы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы һәм «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһы.
Беренсе урын-«Һабаҡ» хикәйәһен тәҡдим итеп, яҙыусы Таңсулпан Ғарипова бирелде. Икенсе урынға «Барабансы» хикәйәһе өсөн яҙыусы Сабир Шәрипов лайыҡ булды. Өсөнсө урынға «Сәстәреңдән тотоп ҡарар инем» хикәйәһе менән Бөрйән районынан Миңнур Ҡасимова билдәләнде. Мөнир Ҡунафин, Әхмәр Үтәбай, Тамара Искәндәриәнең әҫәрҙәре дәртләндереү приздары менән билдәләнде.
Яҙыусы һәм ғалим Мәхмүт Ҡашғари төрки донъяһында киң билдәле шәхес. Уның исемендәге хикәйәләр конкурсы Евразия яҙыусылар берлеге тарафынан иғлан ителгән.
Конкурсҡа йыл һайын өс тиҫтәгә яҡын әҙиптәр, ижад оҫталары эштәрен тәҡдим итә. Киләсәктә Башҡортостан әҙиптәренең әҫәрҙәре лә доньяуи кимәлгә сығыр, ти ойоштороусылар.