Мәшһүр актриса Гөлли Мөбәрәкова 80 йәшлек юбилейын билдәләне

Мәшһүр актриса Гөлли Мөбәрәкова 80 йәшлек юбилейын билдәләне

Хоҙай, ахыры, һине шулай  Һоҡланһындар өсөн яратҡан.  Яратҡан да, ситтән ҡарап тороп  Һоҡланғандыр үҙе аҙаҡтан, - 
актрисаның ғүмер юлдашы Рафаэль Сафин ҡатыны Гөлли Мөбәрәковаға бағышлаған был шиғри юлдар күптәргә таныш. 

9 декабрь көнө М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында  сәнғәтебеҙҙең һүнмәҫ йондоҙо, башҡорт сәхнәһенең ғорурлығы, М. Ғафури ис. Башҡорт дәүләт драма театры актрисаһы СССР-ҙың халыҡ артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, йәмәғәт эшмәкәре, педагог, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Гөлли Мөбәрәкованың 80 йәшлек ҙур юбилейы үтте.

 Тамашаға Гөлли Арыҫлан ҡыҙының ижадына ғашиҡ йәндәр йыйылғайны. Кисәгә педагогтың тәрбиәләнеүселәре, күрше республикаларҙан коллегалар, яҡташтар йылы тәбрикләү һүҙҙәре яңғыратты. Гөлли Мөбәрәкова тормошондағы мөһим ваҡиғаларҙы теркәп барған көндәлегенән юлдар уҡылды.

 Республикабыҙ Хөкүмәтенән, Дәүләт йыйылышы -Ҡоролтайҙан, Башҡортостан мәҙәниәт министрлығынан, Өфө ҡала хакимиәтенән, Татарстан Республикаһынан Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар академия театрынан коллегалары, Мәскәү, Австрия, Американан, Бельгиянан һәм башҡа тарафтарҙан ихлас ҡотлау сәләмдәре ҡабул итте Гөлли Арыҫлан ҡыҙы, ҙур юбилей айҡанлы Г.А.Мөбәрәкова Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаһы - Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән бүләкләнде!

Гөлли Мөбәрәкованың исеме башҡорт театрында ҡуйылған классик әҫәрҙәргә лә, заманса драматургияға ла бәйле.
Ул Магометтың Пальмираһын, Еврипидтың Медеяһын, Э.де Филиппоның Филумена Мартураноһын, Мостай Кәримдең Шәфәҡ, Тәңкәбикә, Оло инәй, Илшат Йомағоловтың Нәркәсен һәм Зөмрәтен һәм башҡа йөҙҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ образын сәхнәгә алып сыҡҡан талантлы актриса.

Ҡырҡ йылдан ашыу йәш быуынды тәрбиәләгән профессор, Свердловск киностудияһының "Ай тотолған төндә " фильмында Тәңкәбикәне уйнаған, режиссер сифатында өс спектакль ҡуйған, бик күп теле- һәм радиоспектаклдәрҙә ҡатнашҡан легендар актриса ул Гөлли Арыҫлан ҡыҙы.  Бөйөк актрисаның эшләгән эше лә, күркәм сифаттары ла һанап бөткөһөҙ. Сәхнәлә тыуҙырған ныҡлы рухлы, көслө характерлы, сабыр, ҡуш йөрә"Иң яратҡан баш кейемегеҙ?" -тигән һорауға ул: "Күҙгә күренмәҫ итеү һәләтенә эйә булған эшләпә алыр инем. Мин бер ваҡытта ла кеше күҙенә эленергә, иғтибар үҙәгендә булырға тырышманым" -тип яуап бирә.

 Сәхнәлә ижад ителгән образды барыбер ҙә уны башҡарыусы артистан айырып ҡарап булмай. Ул йөрәк аша үтеп кенә тамашасыға бөтә тулылығында барып етә, уны тулҡынландыра, күңелен яулай ала. Ә үҙ йөрәге аша шул тиклем образдарҙы үткәреү актрисаға ла йоғонто яһамай ҡалмай.“...Мостай ағайҙың ҡатын-ҡыҙҙар образдары аша тәрбиәләндем. Ул минең башҡарыуымды хуплай торғайны. Ҡатын-ҡыҙ булараҡ та, ижад юлында ошондай образдар уйнауым менән уға бик бурыслымын, улар мине үҫтерҙе. «Ай тотолған төндә» драмаһынан Шәфәҡ роле, Тәңкәбикә...”ти актриса.

Был көндө, ысынлап та, «бөтә донъя театр, ә беҙ уның артистары» кеүек тойолдо. Залда юғары зауыҡ, затлылыҡ, рухи юғарылыҡ тантана итте. Гөлли исеме - гөл һүҙенән, һәм, сәхнә лә, әйтерһең, сәскә диңгеҙе ине... Был - мәшһүр актриса, илаһи ҡатын-ҡыҙ Гөлли Мөбәрәкованың күңел тантанаһы!

Театрҙың ысын «йондоҙ»о булып балҡыған талантлы актриса, режиссер, студенттарҙы актерлыҡ оҫталығына өйрәткән профессор Гөлли апай Мөбәрәкованың да театрға алып барған юлы һәм тормошоноң иң оло ҡаҙаныштары ҙур тырышлығы, ныҡышмалылығы һөҙөмтәһелер. Йылы ҡояш нуры менән бергә әсе ел-дауылын да татып үҫкән гөл, тамашасы күңеленә ныҡлы тамыр ебәреп, йөрәктәрҙә мәңге һулымаҫ сәскә булып балҡыны.

 Киләсәктә лә башҡорт сәхнәһенең примаһы, 55 йылдан ашыу ғүмерен театрға бағышлаған, тормошон сәхнәһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмаған Гөлли Мөбәрәкова иҫ киткес йомшаҡ, наҙлы тауышы, йөҙөнән бөркөлөп торған йылылығы менән арбауын дауам итһен.

Автор:Гүзәл Багаева

 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb