Мәскәүҙә башҡорт режиссеры һәм фотографы Гөлназ Ғәлимуллинаның тәүге күргәҙмәһе асылды

Мәскәүҙә башҡорт режиссеры һәм фотографы Гөлназ Ғәлимуллинаның тәүге күргәҙмәһе асылды

Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Мәскәүҙә режиссер һәм фотограф Гөлназ Ғәлимуллинаның тәүге шәхси күргәҙмәһе асылған. «Мәҙәниәттәр диалогы» үҙәгендә күргәҙмәне асыуҙа Башҡортостанда тыуып үҫкән йәш Мәскәү артистары: альтта уйнаусы Камилә Биҡҡолова, «Заман» этно-проекты, «Алтын ай» һәм «Шоңҡар» ансамблдәре сығыш яһаны.

Гөлназ Ғәлимуллина — Беренсе канал режиссеры, унан алдараҡ Башҡортостан юлдаш телеканалында хәбәрсе һәм режиссер булып эшләй. Күп йыллыҡ стажлы, «ТЭФИ-Төбәк» һәм «New York Film Festival» наградаларына эйә режиссер ике йыл элек фотография менән мауыға башлай. Беренсе фотокүргәҙмәһе кеше тәбиғәтенең үҙенсәлектәрен тикшереү концепцияһына нигеҙләнгән. Күргәҙмә авторы хәҙерге селфиҙы үҙе күргән картина менән сағыштырырға тырыша.

«Кешеләр социаль селтәрҙә үҙҙәрен нисек күрһәтә һәм камера алдында үҙҙәрен нисек тота. Тап ошо фотокүргәҙмәнең концепцияһы булды ла инде. Һәр ҡунаҡҡа үҙенә оҡшаған эштәргә тауыш бирһен өсөн ҡағыҙ «лайк»тар таратылды, — тине Гөлназ Ғәлимуллина. — Һығымта шундай: кешеләр ғазап-әрнеүҙе түгел, гүзәллекте, наҙлылыҡты, нәфислекте күрергә теләй».

Күргәҙмә бер ай дауамында эшләйәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb