26 ғинуарҙа Мәскәүҙә талантлы шағирә Лариса Абдуллинаның«Аҫабалар рухы» тип аталған шиғриәт кисәһе уҙғарыла.
Абдуллина Лариса Хашим ҡыҙы –билдәле шағирә, тәржемәсе, журналист. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы. Шәйехзада Бабаич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә ТӨРКСОЙ премияһы лауреаты.
Әлеге ваҡытта “Башҡортостан” гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире.
Дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе үҫтереүгә һәм пропагандалауға ҙур өлөш индергәне өсөн Лариса Абдуллина 2015 йылда Өфө ҡала хакимиәте башлығының йыллыҡ премияһына лайыҡ булды.
2016 йылдың сентябрендә әҙипкә «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде.
Лариса Абдуллина шиғриәте нескә лиризм һәм тәрән философия менән һуғарылған. Уның шиғырҙары эскерһеҙлек, саф күңеллелек һәм ихласлыҡ менән айырыла, уларға сағыу образлылыҡ һәм тел байлығы хас.