Башҡортостандың ил баш ҡалаһындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ҡарамағында эшләгән “Аҡ тирмә” үҙәге бер йыллығын билдәләне. Сараға концерт программаһы әҙерләнде, башҡорт рәссамдарының күргәҙмәһе ойошторолдо. Кисәгә Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташтар, вәкиллек хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ҡунаҡтар йыйылды. “Аҡ тирмә” үҙәге милләттәштәрҙе берләштереү, башҡорт мәҙәниәтен Мәскәүҙә танытыу маҡсаты менән бер йыл элек ойошторолдо.