Мәскәүҙең Юғары театр училищеһы Башҡортостандың һәләтле йәштәрен йыя

Мәскәүҙең Юғары театр училищеһы Башҡортостандың һәләтле йәштәрен йыя

Рәсәйҙең Кесе дәүләт академия театры ҡармағындағы Мәскәүҙең М.С.Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһы (институты) Башҡортостандың һәләтле йәштәрен йыя. БР Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был маҡсатлы курс буласаҡ, тимәк республика вәкилдәре бөтөнләй бушлай уҡый ала.

15 февралгә тиклем теләүселәр 2017-2018-се уҡыу йылдарында «Актёрлыҡ сәнғәте» программаһы буйынса, «Драма театры һәм кино артисы» һөнәренә уҡыуға документтар тапшыра ала. Унда көндөҙгө бүлектә, дүрт йыл дауамында уҡыйҙар.

14 маҡсатлы буш урындан тыш абитуриенттар Д.Г.Кознов курсындағы тағы ла 4 түләүле урынға дәғүә итә ала. Урта (тулы) дөйөм, урта һөнәри йәки юғары белемле, башҡорт һәм урыҫ телдәрен белгән, Рәсәй Федерацияһы граждандары ҡабул ителә.

Өфөлә М.С.Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһы, БР Мәҙәниәт министрлығы һәм республиканың театр ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығындағы комиссия һайлап алыу конкурсы уҙғара. Уны үткән абитуриенттарға ҡабул итеү имтихандарында ҡатнашырға рөхсәт ителә, тип хәбәр иттеләр идараның матбуғат хеҙмәтендә.

Тулыраҡ мәғлүмәт менән БР Мәҙәниәт министрлығының Мәғариф буйынса республика уҡытыу-методика үҙәге сайтының «Маҡсатлы белем алыу» бүлегендә һәм 235-78-16, 233-59-00 телефон һандары буйынса танышырға мөмкин.

Сығанаҡ: http://www.bashinform.ru/bash/945786/

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb