Мәскәүҙәге Башҡортостан Республикаһы көнө Рәсәй география йәмғиәтенең V Бөтә Рәсәй фестивале сиктәрендә уҙҙы. Байрамдың төп сәхнәһендә "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары - Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Дияна Ишниязова, Илнур Хәйруллин (ҡурай, ҡумыҙ), халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Тимур Рамаҙанов, Илдар Абдуллин, Алиса Йомағәлиева, Әлфиә Ниғмәтуллина, "Хазина" этно-төркөмө, "Бишбармаҡ" оркестры сығыш яһаны.
- Бөгөн Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында беҙ Башҡортостан Республикаһының бай мәҙәни мираҫын күрһәттек, халыҡты төбәгебеҙ менән таныштырҙыҡ. Көн дауамында "Зарядье" паркының төп сәхнәһендә башҡорт артистары туғыҙ сәғәтлек концерт күрһәтте, Кремель эргәһендә ҡоролған башҡорт тирмәһе аша меңләгән кеше үтте, - тине Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.