22 март көнө Мәжит Ғафуриҙың Өфөләге мемориаль йорт-музейында "Һыу - йәшәү сығанағы" тигән әҙәби-музыкаль кисә үтәсәк.
Сара Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Экология йылына һәм 22 март - Бөтә донъя һыу көнөнә арналып уҙғарыла.
Әҙәби-музыкаль кисәлә күренекле яҙыусылар, ғалимдар, ҡала мәктәптәренең башҡорт теле уҡытыусылары һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыларының ҡатнашыуы көтөлә. Кисә 16.00 сәғәттә башлана.