22 март көнө Мәжит Ғафуриҙың Өфөләге мемориаль йорт-музейында "Һыу - йәшәү сығанағы" тип исемләнгән бик үҙенсәлекле әҙәби-музыкаль кисә ойошторолдо.
Сара Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Экология йылына һәм 22 март - Бөтә донъя һыу көнөнә арналғайны.
Тормошобоҙ нигеҙен тәшкил итеүсе һыу фәнни, дини, иҡтисади, әҙәби йәһәттәрҙән ниндәй әһәмиәткә эйә? Сараны ойоштороусыһы филология фәндәре кандидаты, музейҙың ғилми хеҙмәткәре Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Бүләкова ҡыҙыҡлы һәм файҙалы итеп әҙәби –музыкаль кисәне алып барҙы.
Әҙәби-музыкаль кисәлә әҙиптәр Ҡәҙим Аралбай, Таңсулпан Ғарипова, Тамара Искәндәриә, Фәрзәнә Аҡбулатова, ғалимәләр Гүзәл Вилданова, Фәнирә Ғайсина ҡатнашты. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусылары һыу серҙәрен өйрәнде, фекерләште, әҙәби әҫәрҙәр уҡыны.