Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт - музейында Миңлеғәли Нәҙерғоловҡа 65 йәш тулыу уңайынан әҙәби - музыкаль кисә уҙғарылды

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт - музейында Миңлеғәли Нәҙерғоловҡа 65 йәш тулыу уңайынан әҙәби - музыкаль кисә уҙғарылды

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт - музейында күренекле әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы Миңлеғәли Хөсәйен улы Нәҙерғоловҡа 65 йәш тулыу уңайынан әҙәби - музыкаль кисә уҙғарылды.

Осрашыуҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары, юбилярҙың һабаҡташтары, журналистар, сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.

Сараны асыусы БР Милли әҙәбиәт музейы директоры Г. С. Моратова, юбилярҙы тәбрикләп, уға музей менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткәне өсөн рәхмәт хаты һәм эксклюзив бүләк тапшырҙы.

Билдәле прозаик Ринат Камал М. Нәҙерғолов менән бергә үткән студент йылдарындағы хәтирәләре менән уртаҡлашһа, юбилярҙың коллегалары

Х. Абдрафиҡова, Г. Хөсәйенова, Р. Солтангәрәева, Н. Хөббөтдиновалар уның ғилми эшмәкәрлегенә баһа бирҙе.

 Ғалимды шулай уҡ "Юлдаш" радиоһы хеҙмәткәре Венера Ситдиҡова, Ҡырмыҫҡалы районындағы М. Өмөтбаев музейы мөдире Зөһрә Әхмәҙиева, әҙәбиәт белгесенең хәҙерге көндәге аспиранттары - шағирә Лариса Абдуллина һәм "Юлдаш" радиоһы хеҙмәткәре Эльвира Сафиналар тәбрикләне һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Кисәне Хима Йәнбирҙина менән һәүәҫкәр йырсы Гөлгөнә Ырыҫҡоловалар үҙҙәренең матур йырҙары менән биҙәне.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb